-7 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ғинуар 2019, 15:27

«Зәрҡүм» уйыны эпос-легендаларға нигеҙләнгән

«Зәрҡүм» уйыны Minecraft уйынына оҡшаш булмаҡсы. Уның сюжеты «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым» башҡорт эпостары, шулай уҡ беҙҙең халыҡтың легендалары һәм риүәйәттәренә нигеҙләнгән. Мажаралы әкиәт уйынсыһы – йәш батыр Башҡортостанға тыныслыҡ алып килер өсөн яуызлыҡ менән көрәшергә уйлап сығарылған урта быуатҡа сәйәхәткә сыға.

Уйындың демо-версияһы өҫтөндә БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиал белгестәре эшләй. VR-уйлап табыусылар – Руслан Кәримов менән Вадим Насыров күптән түгел «Космосхак» Бөтә Рәсәй хакатонында еңгәйне. Илнур Дилмөхәмәтов – милли эпосты тикшереүсе, хәҙер ул «Урал батыр» темаһына диссертация яҙа. Вадим Мырҙағәлин менән Александр Логвиненко 10 йыл инде сит ил компаниялары өсөн уйындар уйлап таба. Милли характерҙағы уйын эшләү уларҙың күптәнге хыялы ине.
Компьютер уйынын финанслауҙың бер өлөшөн университет үҙ иңенә алһа, ә ҡалғанын республика ҡаҙнаһынан ярҙам итеп бүлерҙәр, тип өмөт итә уйынды булдырыусы команда.