+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Апрель 2019, 14:17

Бата-сума мәктәпкә баралар

Белорет районы Баҡый ауылы балалары каникулдарҙан һуң Белорет ҡалаһына ошолай белем алырға бара, тип хәбәр итә «Бәйләнештә» селтәрендә «Башҡорт» төркөмө.

Уҡыусыларҙы ул көндө интернатҡа алып барып ҡалдырырға кәрәк була. Урман аша үткән юлдың ныҡ насар, һыу баҫҡан булыуы сәбәпле, «УАЗ»иктары бата. Бер нисә тапҡыр ҡаҙып сығарып ҡарайҙар, уңышһыҙ. Был юлы бульдозер ярҙамыһыҙ килеп сыҡмай.
Юлдарҙың ошондай хәлдә булыуынан ауыл халҡы район үҙәгенә лә бара алмай интегә. Егәҙе ауыл советы етәксеһе Ринат Яныбаев белдереүенсә, нормаль хәлгә килтерер өсөн райондың аҡсаһы юҡ, шуға түҙеп йәшәргә тура килә.
Читайте нас: