-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Апрель 2019, 14:00

Моданан ҡалышмайыҡ!

Һуңғы йылдарҙа республикала милли биҙәкле кейемдәргә өҫтөнлөк биреүселәр күбәйҙе. Этнобиҙәк, ысынлап та, модаға инде хәҙер. Мәҫәлән, милли орнаментлы галстуктарҙы ғына алайыҡ. Уҡыусылар ҙа яратып таға уларҙы. Ә күлдәктәрҙе, жилеттарҙы сәхнәлә сығыш яһағанда, ҙур сараларға барғанда ғына түгел, эшкә лә бик теләп кейә башланылар.

Ул ғына түгел, Башҡортостандан икәнеңде әллә ҡайҙан һөйләп торған матур спорт кейемдәре лә етештерелә икән Өфөлә «Sarbi» ательеһында(етәксеһе – Саима Хәсәнова). Сифатлы тәбиғи тауарҙан заманса итеп тегелгән костюмдың өҫкө өлөшөнөң алдында – Башҡортостан флагын, ә арҡаһында республикабыҙҙың сигелгән картаһын, исеменең инглизсә яҙылышын күрергә мөмкин. Бик матур! Башланғыс синыфтарҙа уҡыған балаларға ла тектереп алыусылар бар икән. Ҡайһылай һәйбәт башланғыс.
Читайте нас: