+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Апрель 2019, 12:02

Баш ҡалалыларҙы төҫлө өмәләр көтә!

Һеҙҙең төҫлө өмәләрҙә ҡатнашҡанығыҙ бармы әле? Юҡмы ни! Улайһа, 27 апрелдә баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған «Төҫлө өмәләр» экологик акцияһына сыҡмай ҡалмағыҙ.

Сүп-сарҙы айырып йыйыу урман массивтарында һәм йылға яры буйҙарында уҙасаҡ. Бындай сараны Өфө ҡала округы хакимиәте ярҙамында «Таҙа Өфө» йәмғиәт хәйриә проекты үткәрә.

Әйткәндәй, улар тырышлығында 92 гектар ер таҙартылған, 2500 ағас ултыртылған, 18 тонна иҫке ҡағыҙ йыйылған, 1 меңдән ашыу балаға экологик, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелгән.
Читайте нас: