-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Апрель 2019, 11:51

Дмитрий Медведев: «Бер ваҡыт сиреккә «икеле» сыҡҡайны"...

Рәсәйҙең Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведев Мәскәүҙәге ВДНХ күргәҙмәләр комплексында үткән халыҡ-ара белем биреү салонында булды, уҡыусылар менән Бөтә Рәсәй асыҡ дәрестәр үткәрҙе. Ҡыҙҙар, егеттәр премьерҙан нисек уҡыуын, нисек шундай юғары үрҙәргә ирешеүҙәрен дә һораны.

– Тәүҙә мәктәпкә йөрөргә бик ярата инем, һуңынан ҡайһылыр ваҡыт еткәс, яратмай башланым. «Ике»ләрем дә, әлбиттә, булды. Был серҙе бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ ине әле. Унынсы синыфта бер фәндән хатта сиреккә «икеле» сыҡҡайны. Иң мөһиме – ваҡытында үҙеңдең иркеңде ҡулға алыу. Мәктәпте уҡып бөткәндә «икеле»ләрем түгел, «өс»тәр ҙә булманы, – тине ул балаларға.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бала саҡтан уҡ кешенең етәксе буласағын белеп була икән. Бәләкәй ваҡытта бындай бала ата-әсәһе, олатай-өләсәһе менән идара итергә тырыша, нимә ашай, нимә ашаясағын ҡәтғи белдерә. Атлап йөрөгәненән үк тә күренә, тип тә белдерҙе. Ул етәксе булырға теләүселәргә классиканы күберәк уҡырға ла кәңәш бирҙе.
Читайте нас: