+26 °С
Облачно
VKOKМакс
Төрлөһөнән
18 Апреля 2019, 08:17

Өфөгә изгелек поезы килә

16 апрелдән фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионкаһы Ирина Слуцкая етәкселегендә «Изгелек поезы – 2019» Бөтә Рәсәй проекты старт алды. Тимер юл маршруты Рәсәйҙең 9 ҡалаһы – Мәскәү, Тамбов, Пенза, Өфө, Силәбе, Омск, Төмән, Пермь, Киров, Түбәнге Новгород аша үтәсәк.

Беҙгә изгелек поезы иртәгә килеп етәсәк. Был көндө ошо проект сиктәрендә төрлө саралар уҙғарыласаҡ. «Торатау» конгресс-холында сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәрҙең социомәҙәни яраҡлашыуы буйынса «түңәрәк өҫтәл» үткәрелһә, Иван Якутов исемендәге паркта «Йөрө, Рәсәй» скандинав йөрөшө һәм һаулыҡ фестивале ойоштороласаҡ. Унда 500-гә яҡын кеше ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ ярыштар, оҫталыҡ дәрестәре, концерт программаһы ҡаралған. Фестиваль 12 сәғәт 15 минутта башлана.
Читайте нас