Уҡыусылар араһында ҡәләм тибрәтеүселәр ҙә бар. Йәш ижадсылар интернат-лицейҙа Әҡсән Насретдин улы Хәлилов етәкләгән әҙәби түңәрәккә бик ихлас йөрөй, үҙҙәрен төрлө өлкәлә һынап ҡарай, конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Айнур Фәхретдиновтың «Ҡара көстәргә ҡаршы торор тау», Артур Гузиндың «Төшөп ҡалғандарҙан түгелбеҙ» исемле мәҡәләләре «Ашҡаҙар» гәзитендә донъя күрҙе. Айһылыу Сәйфуллина, Камелия Юнысовалар шиғыр, хикәйә яҙа. Улар эштәрен «Илһам» Бөтә Рәсәй йәш ижадсылар конкурсына ебәреп, һөҙөмтәләрен көтә.
Бишенселәрҙең һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Айнур Фәхретдинов, мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына уҙғарылған республика йәш ижадсылар бәйгеһендә II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Шулай уҡ яҡшы уҡыуы өсөн Өфөгә республика Башлығы Шыршыһына барып ҡайтты. Розалия Хөсәйенова интернет селтәрендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап үткәрелгән викторинала ҡатнашып, үҙен һынап ҡараны. Аҡыллы ҡыҙ инглиз телен дә бик яҡшы белә, белем усағында үткәрелгән олимпиадала еңеүсе булды һәм ҡала кимәлендә үтәсәк бәйгегә әҙерләнә. Камелия Юнысова татар теле буйынса уҙғарылған «Тыуған илем – иркә гөлөм» шиғыр һөйләү конкурсында «Шиғриәткә мөхәббәт» номинацияһына лайыҡ булды. Ул 8 йәшенән үҙенең шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһына. Баҡһаң, уларҙың нәҫел ебе 1862 йылдан башланып киткән икән. Был конкурста ҡыҙҙың эше «Ғаилә портфолио»һы бүлегендә еңеүсе тип табылды. Камелияның ғаиләһе спорт һөйөүселәр сафында. Тырыш ҡыҙ лицейҙа спорт ярыштарында ла ҡатнаша, физкультура буйынса Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиадала еңеү яуланы.
Бишенселәр «Ашҡаҙар» гәзитенең хәбәрсеһе, шағирә Рима Ғәлимова менән осрашыуға ла ентекле әҙерләнеп, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Яҙған шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙеләр, ә бүләккә Фаяз Йомағужиндың һәм апайҙарының йыйынтыҡтарын алып ҡыуандылар.
Белем усағыбыҙҙа ойошторолған «Театр һәм балалар», Яңы йыл байрамына арналған «Иң яҡшы үҙенсәлекле шыршы» кеүек бәйгеләр ҙә балаларҙың талантын асыуға ярҙам итә. Уларҙа Ләйсән Латипова, Камелия Юнысова, Розалиә Хөсәйенова, Вадим Рафиҡовтар еңеүгә өлгәште.
Бишенселәрем тимурсылыҡ эшенән дә ситтә ҡалмай. Хеҙмәт ветерандарына ярҙам ҡулы һуҙып торалар. «Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығына – 100 изге эш» конкурсы иғлан ителгәс, был изге сараға ла дәррәү ҡушылдылар.
Тап ошондай талантлы, бар яҡтан да булдыҡлы уҡыусылар киләсәктә аҡыллы, һәләтле, рухлы йәштәребеҙҙең сафын тултырасаҡ, тигән өмөттә ҡалам.
Зөлфиә СӘЙФУЛЛИНА, тәрбиәсе.