+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2019, 16:37

Оҫтабикәләр ҡунаҡҡа килде

Гимназиябыҙға төрлө райондарҙан йыйылған башҡорт рухлы, белемле, уңған һәм дәртле оҫтабикәләрҙән генә торған «Селтәр» студияһы ҡунаҡҡа килде.

Гимназиябыҙға төрлө райондарҙан йыйылған башҡорт рухлы, белемле, уңған һәм дәртле оҫтабикәләрҙән генә торған «Селтәр» студияһы ҡунаҡҡа килде. Альбина Күсимова, Вәсилә Камалетдинова, Лилиә Нафиҡова, Фатима Хәйретдинова, Зәрилә Тәтегәсова, Гөлгөнә һәм Зөләйха Рыҫҡоловалар – республикабыҙҙа уҙғарылған бөтә мәҙәни сараларҙа ҡатнашҡан, «Өләсәйем һандығы» программаһына ярашлы, башҡорт халҡының милли кейемдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре, бейеүҙәре, йыр­ҙары хаҡында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренә, мәктәп уҡыусыларына тулы мәғлүмәт еткереүсе, тәрбиәүи эш алып барыусы әүҙем апайҙарыбыҙ. Улар башҡарыуында матур йырҙар, дәртле бейеүҙәрҙе уҡыусылар йылы ҡабул итеп, дәррәү алҡышланы.

Күҙ нурҙарын түгеп, үҙ ҡулдары менән эшләгән ҡашмау, түшелдерек, алъяпҡыс, балаҫ, таҫтамалдарҙан торған күргәҙмә балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Өлкән апайҙарҙың әсәй-өләсәйҙәренән ҡалған боронғо милли кейемдәр, йыр-бейеү легендалары хаҡында һөйләүҙәре айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Фатима апайҙың ейәнсәре Аделина Хәйретдинова ла күстәнәс менән килгән, матур бейеү бүләк итте ул.

Кисәне моңло, дәртле көйҙәре менән гимназиябыҙҙың ҡурай түңәрәге етәксеһе Руслан Рафаэль улы Мөлөков биҙәне. Башҡорт мәҙәниәтен, сәнғәтен күтәреп, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләп йөрөүсе арҙаҡлы апайҙарыбыҙға һаулыҡ теләйбеҙ, тағы ла ҡыҙыҡлы осрашыуҙар булыр, тип көтөп ҡалабыҙ.


Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, китапханасы.

Өфө ҡалаһы,102-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: