+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Апрель 2019, 14:10

Йәш журналистар ҙа тәрбиәләйбеҙ

Район үҙәк китапханаһында балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы ваҡытында «Күңелдән күңелгә» тип исемләнгән кисә үтте. Ғәҙәти булмаған был йыйынға район мәктәптәренән матбуғатта иң әүҙем яҙышҡан уҡыусылар уҡытыусылары менән бергә саҡырылғайны.

Буласаҡ журналистар менән иҫтәлеккә фото.
Буласаҡ журналистар менән иҫтәлеккә фото.

Балалар ҙа буш ҡул менән килмәгәйне. Йыйында ҡатнашыусылар Рауил мәктәбенән Анжела Бугрова, Иҙел Ғәлиуллин, Алина Камалова, Айзилә Рәхмәтуллинаның, Ишҡолдан Азалиә Атанғолова, Алһыу Мөхәмәтдинова, Әминә Мәхийәнова, Лилиана Ҡаһарманова, Нәркәс Ҡәйепова, Рәзинә Баҙарғолова һәм Юлиә Ниғмәтуллиналарҙың үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын тыңлап кинәнде. Ишҡолдан VI синыф уҡыусыһы Нәркәс Әбүзәрова иң күп шиғыр яҙыусы булараҡ танылһа, Ҡырҙастан IX синыф уҡыусыһы Зәлиә Сәғәҙәтованың яҙғандары эстәлеге менән барыһын да һоҡландырҙы. Был ике уҡыусының сығышын китапханасылар махсус бүләктәр менән билдәләне. Ошондай уҡ призды Анжела Бугрова ла алып һөйөндө. Етенсе синыфта ғына уҡыған был ҡыҙҙың киләсәге лә өмөтлө күренә. Тырышып белем дә ала, ата-әсәһенә бына тигән ярҙамсы ла. Һәр хәлдә, уҡытыусыһы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы әйтеүенсә, мәктәптә үткән бөтә сараларҙың да уртаһында ҡайнай ул.

Осрашыу аҙағында «Йәйғор» ойошмаһының иң әүҙем ағзаларының береһе, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Фәрзәнә апай Дәүләтшина үҙенең журналистика өлкәһендәге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, балаларға аҡыллы кәңәштәрен биреп, Тыуған ил, тыуған төйәккә бағышлап яҙылған бер нисә мәҡәләһен уҡып ишеттерҙе.

Зөһрә КАШАПОВА,
«Йәйғор» әҙәби ойошмаһы етәксеһе.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.

Читайте нас: