Әйткәндәй, Башҡортостан менән Татарстан – нефть сығарыу һәм эшкәртеү өлкәһендә алға киткән төбәктәр. Уларҙың икеһенең дә иҡтисад нигеҙе тап ошо тармаҡҡа бәйле. Шуға күрә был өлкәлә белгестәр әҙерләү көн талабы булып тора. Бигерәк тә нефть ятҡылыҡтарының кәмеп, уны сығарыу технологиялары ҡатмарлашҡан осорҙа. Башҡортостандың юғары уҡыу йорто был йәһәттән Татарстанға ҙур ярҙам күрһәтә. Беҙҙә күрше республиканан 600-ҙән ашыу студент белем ала.