+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
23 Апрель 2019, 17:19

16 йәшлек үҫмер полицейскийҙарға ярҙам иткән

Нефтекама ҡалаһында 16 йәшлек үҫмер полицейскийҙарға наркотиктар таратыусыны тоторға ярҙам иткән.

Шулай тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы. Был егет полицияға шылтырата ла Комсомол проспектындағы бер йорт электрощитогында соҡсоноусы шикле әҙәм тураһында хәбәр итә, ул электрикка оҡшамауын да белдерә.
Күп тә үтмәй, полицейскийҙар үҫмер һүрәтләгән йәш кешене ҡулға ала. Тикшереү мәлендә өҫ кейеменән порошокка оҡшаш әйбер һалынған төргәк тә табыла. Һуңынан экспертиза күрһәтеүенсә, ул тыйылған матдә булып сыға.
Ваҡытында күреп ҡалған һиҙгер үҫмергә рәхмәт белдерелә.
Читайте нас: