-16 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Апрель 2019, 16:46

Аттракциондар хәүефһеҙ булырға тейеш!

12 йәшлек малай батутта сальто эшләп, умыртҡа бағанаһын һындыра. Күңелһеҙ осраҡ быйыл 28 мартта теркәлгән. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Аттракциондар балалар һәм өлкәндәр сәләмәтлеге өсөн тулыһынса хәүефһеҙ булырға, барыһы ла мәжбүри теркәлеү үтергә, паркта махсус әҙерлек үткән белгестәр эшләргә һәм улар аттракциондар өсөн яуап бирергә тейеш, тип аңлата яуаплы орган вәкилдәре лә.
Һандарға күҙ һалһаҡ, республикабыҙҙа 4 меңдән ашыу аттракцион иҫәпләнә. Уларҙың 100-ҙән ашыуы юғары хәүефле ҡоролмалар рәтендә. Ундайҙарҙың яртыһы Өфөлә урынлашҡан. Баймаҡ, Сибай, Октябрьский һәм Мәләүез ҡалаларында ла хәүефле аттракциондар бар.