«Йөҙ ҙә бер әкиәт» аудиоальбомының исем туйын үткәрәсәктәр. Әлбиттә, йыр-бейеү, бүләктәр, уйындар ҙа буласаҡ. Бындай шәп сараға атай-әсәйҙәр кескәй улдарын, ҡыҙҙарын да алып барыр, моғайын. Рәхәтләнеп башҡортса аралашып, уйнап, әкиәт тыңлап ҡайтһындар әйҙә.
Байрам Пушкин урамының 94-се йортонда урынлашҡан «Шатлыҡ бар» кафеһында уҙа. Барабыҙмы?