+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Апрель 2019, 18:30

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

Башҡортостанда быйыл сығарылыш синыфтары өсөн «Һуңғы ҡыңғырауҙар» 23 (туғыҙынсылар ) һәм 25 майҙа (ун беренселәр) өсөн яңғырай. Республикабыҙҙа 19 меңгә яҡын ун беренсе һәм 42 меңдән ашыу туғыҙынсы синыф уҡыусыларына байрам ойошторола.

25 майҙа Өфөлә һигеҙенсе йыл рәттән «Яҙғы бал» байрамы баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында уҙа.

23 һәм 25 май көндәрендә Башҡортостандың барлыҡ магазиндарында спиртлы эсемлектәр һатылмаясаҡ.

«Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә алкоголь һатыуҙы тыйыу профилактик маҡсатҡа эйә һәм үҙен тулыһынса аҡлай, тип иҫәпләй республика властары.
Читайте нас: