+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Апрель 2019, 18:19

«Һылыуҡай – 2019» гүзәллек бәйгеһе

«Һылыуҡай – 2019» конкурсы еңеүсеһе 27 апрелдә билдәле буласаҡ. Бәйге «Башҡортостан» концерт залында үтәсәк. Еңеүсе тел өйрәнеү курстары үтеү өсөн сит илгә юллама менән бүләкләнәсәк.

Быйылғы конкурста республиканың төрлө төбәктәренән 12 ҡыҙ ҡатнашасаҡ. Һылыуҡайҙар матурлыҡ, буй-һын буйынса ғына баһаланмай, уларҙың ижади һәләттәре лә иҫәпкә алынасаҡ. Башҡорт телен белеү ҙә – төп шарттарҙың береһе. Бәйге халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, милли-мәҙәни хазиналарын пропагандалау, таратыу, йәш быуынға еткереү сараһы ла булып тора.
Быйылғы бәйге Башҡортостандың 100 йыллығына һәм 2020 йылда республикала уҙасаҡ фольклориадаға арнала.
Читайте нас: