+15 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Май 2019, 06:06
Сәләмәт кешенең уйы ла таҙа
Әлеге көндә сәләмәт тормош алып барыу модаға инеп барыуы мине бик шатландыра. Беҙҙең ауыл йәштәре лә спортты ныҡ ярата. Кис етә башлау менән кемдер – йәйәү, берәүҙәр скандинав таяҡтары тотоп, икенселәр йүгерергә, велосипедта йөрөргә урамға сыға.
Был ваҡытта тышта бик күңелле булып китә. Ауылыбыҙ менән сәләмәт тормош яҡлы икәнебеҙ күренеп тора. Тимәк, минең ауылдаштарым спорттың ниндәй файҙалы икәнен яҡшы аңлай. Ул бит һине сыныҡтырып ҡына ҡалмай, рухыңды ла нығыта, яҡшы тормошҡа әйҙәй.
Яратҡан мәктәбемдә беҙ уҡып ҡына ултырмайбыҙ, сәләмәтлегебеҙ хаҡында ла онотмайбыҙ. Йылына бер нисә тапҡыр төрлө спорт ярыштары ойошторола. Бына әле яңыраҡ спорт аҙналығы шул тиклем күңелле, файҙалы үтте. Һәр кем төрлө ярыштарҙа үҙен һынаны. I – V синыфтар атай-әсәйҙәре менән бергә ҡатнашты, VI – VII синыфтар баскетбол, пионербол уйнаны. Тәбиғәт хаҡында ла оноторға ярамай, VIII – X синыфтар был көндө өмәгә сыҡты. Аҙналыҡ сиктәрендә сәләмәтлек хаҡында синыф сәғәттәре үткәрелде, төрлө темаларға һүрәттәр конкурсы ойошторолдо, таҙалыҡ хаҡында дауахана табибы Ләйсән Хөснөтдин ҡыҙы Низамова бик фәһемле лекция уҡыны. Белем усағының иң яҡшы уҡыусылары Магнитогорск ҡалаһына «Мөғжизәләр шарлауығы»на һыу инергә, университетҡа экскурсияға барҙы. Был ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ минуттарҙы беҙҙең алдынғы уҡыусыларға мәктәп директоры Йомадил Вәкил улы Әүбәкиров бүләк итте.
Сәләмәтлеккә арналған аҙналыҡтың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Шулай әҙерәк йүгереп, һикереп алғандан һуң, беҙ тағы ла дәртләнеберәк уҡырға тотондоҡ. Бушҡа ғына олатайҙарыбыҙ: «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух», – тимәгән бит. Тәне сәләмәт кешенең уйы ла таҙа була!
Гөлфинә БҮЛӘКБАЕВА, V синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?