+21 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Май 2019, 06:04
Урамдар таҙарып ҡалды
«Бөтәбеҙ ҙә – өмәгә!» тигән акцияға ҡушылып, беҙ ҙә бик тырышып эшләнек. Был көндө тәбиғәт тә тәбрикләп торғандай, бик йомарт булды.
Иртән иртүк торғанда уҡ көн салт аяҙ ине. Эш ҡоралдарыбыҙҙы тотоп, синыф менән эш башлағанда ҡояш тағы ла нығыраҡ ҡыҙҙыра башланы. Тирә-яҡта ҡоштарҙың һайрап тороуы кәйефтәребеҙҙе күтәреп ебәрҙе.
Беҙгә айырыуса яуаплы эш урыны йөкмәтелде, сөнки гимназиябыҙ эргәһенән дауаханаға, паркка, баҙарға бөтә район халҡы йөрөй. 100 йыллыҡ юбилейын үткәргән легендар гимназиябыҙ сығарылыш уҡыусылары менән генә түгел, бөтә яҡтан да алдынғы булырға тейеш, сөнки ул 1-се һанлы һәм райондағы иң ҙур мәктәп. Беҙ ярышып, дәртләнеп эшкә тотондоҡ. 1 – 2 сәғәт эсендә мәктәбебеҙҙең тирә-яғы ялт итеп тора ине.
Беҙҙең менән бергә етәкселәребеҙ Светлана Хәниф ҡыҙы Фәйзрахманова, Гөлшат Фирдүс ҡыҙы Ғафарова ең һыҙғанып тырышты.
Өмә матур үтте. Ә өйҙә әсәйҙәребеҙ беҙҙе тәмлекәстәр бешереп көтә ине.
Сәлимә ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА,
VIII синыф уҡыусыһы.
Илеш районы,
Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназия.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?