Был учреждение 11 – 18 йәшлек бала һәм үҫмергә иҫәпләнгән. Ғаиләлә ҡатмарлы хәлдәр килеп сыҡҡанда, тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел таба алмаған, мәктәпкә барырға теләмәгән, уҡыуға әҙ иғтибар биргән үҫмерҙәрҙе атай-әсәйҙәре социаль ҡунаҡханаға 6 айға урынлаштыра ала. Был ваҡыт эсендә улар мәктәптә уҡыуҙарын дауам итә, спорт менән шөғөлләнә, мәҙәни сараларға йөрөй. Әлбиттә, медицина хеҙмәте, социаль-педагогик һәм социаль-психологик ярҙам да күрһәтелә. Бала социаль ҡунаҡхананан ғаиләһенә үҫмерлек осорондағы проблемаларҙы еңеп, нығынып ҡайтырға тейеш.