+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Май 2019, 15:30

Республика Ҡурай байрамы

Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамы Башҡортостандың 100 йыл тулыуына арнала.

Ул Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостан Ҡурайсылар берекмәһе тарафынан милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.

Ҡурайсылар байрамы 18-19 майҙа Октябрьский ҡалаһында уҙасаҡ. Ярышта солистар һәм ҡурайсылар ансамблдәре көсөн һынай. Сара ике турҙа, 12 йәшкә тиклем, 12 – 16 йәшлектәр, 16 йәштән өлкәндәр категориялары буйынса үткәрелә.

Конкурсанттар оҙон һәм ҡыҫҡа көй башҡарырға тейеш. Репертуарҙы улар үҙҙәре һайлай. Ә һөнәри белеме булған 16 йәштән өлкәндәр билет буйынса оҙон көй башҡарасаҡ. Ҡурайсылар ансамблдәре иһә бер турҙа ярыша.

Читайте нас: