Әммә республиканың 9 районындағы 21 һатыу нөктәһендә ҡанунды һанға һуҡмаған һатыусылар тотолдо. Был турала алкоголь әйләнешенә арналған парламент тыңлауҙарында Сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Асылова белдерҙе. Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы күрһәтеүенсә, Әбйәлил, Әлшәй, Ауырғазы, Өфө, Фёдоровка, Шаран райондарында бөгөн спиртлы эсемлектәр һатылған.
Рәсәй Федерацияһы Кодексының административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 14.16 статьяһына ярашлы, бындай осраҡта физик шәхестәргә – 10, юридик шәхестәргә 100 меңгә тиклем штраф һалына һәм алкоголь продукцияһы тартып алына.