-31 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Май 2019, 15:31

Аҡ юл һеҙгә, ун беренселәрем!

Республикабыҙ район-ҡалаларында сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн байрам тантаналары бара. Быйыл мәктәпте 19 меңгә яҡын ун беренсе һәм 42 меңдән ашыу туғыҙынсы синыф уҡыусылары тамамлаясаҡ.

Быйыл минең XI «А» синыфым мәктәпте тамамлай. Улар менән танышҡан көндө үк ҡыҙҙар hәм егеттәрҙең һәләтле, ныҡышмал, ижади балалар булыуҙарын аңланым. Ысынлап та, йыл һайын бар синыф менән тиерлек төрлө фән буйынса мәктәп, район, республика кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашып торҙолар, фәнни-ғәмәли конференциялар­ҙа, конкурс­тар­ҙа ла көстәрен hынанылар.
Уларҙың төрлө яҡлап үҫешкән булыуҙарын да билдәләп китке килә. Спорт менән бик дуҫтар, баскетбол, волейбол, фигуралы шыуыу, хоккей буйынса ярыштарҙа һынатмайҙар. Синыфымда мода театрында шөғөлләнеп, Бөтә Рәсәй бәйгеләрендә лауреат булған ҡыҙҙар ҙа, хискә бирелеп, шиғыр hөйләүселәр ҙә булыуы ҡыуаныслы.
Уҡыу ун беренселәрем өсөн иң беренсе урында торҙо. Үҙҙәре ифрат ҡыҙыҡһыныу­сандар, башланған эште еренә еткереп ҡуялар. Шуға синыфыбыҙҙың өлгәше лә юғары кимәлдә булды. Илзирә Әхмәҙиева, Нина Денисова, Ләйсән Харисоваларҙың миҙалға дәғүә итеүе лә юҡҡа түгел.
Башҡа синыфтарҙан улар еңеүгә ынтылыштары булыу менән айырылып тора. Белем усағында уҙғарылған һәр сараға ижади ҡарап, 23 уҡыусым да бик әүҙем ҡатнашты. Былтыр беҙҙең синыф үҙидаралыҡ көнөн юғары кимәлдә уҙғарып, үҙҙәрен бик яуаплы, һәләтле уҡыусылар итеп күрhәтте.
Мин ун беренселәремдә кешелеклек, изгелек, ихласлыҡ, толерантлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләргә тырыштым. Уларҙың киләсәктә Башҡортостандың лайыҡлы кешеләре булып китеүҙәренә ышанам.

Ваҡыт тиҙ генә үтә шул. Аҡыллы, ҡыҙыҡһыныусан, ҡуй­ған маҡсаттарына ынтылыусан уҡыусыларым менән хушлашыу мәле лә килеп етте. Һәр береһенең имтихандарҙы уңышлы тапшырып, ҙур ҡатмарлы тормошта үҙ юлдарын табыуҙарын теләйем.

Эльза ДАНИЛОВА, синыф етәксеһе.

Әлшәй районы, Раевкалағы 2-се мәктәп.
Читайте нас в