+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Май 2019, 12:56

Алда көтә имтихандар

Туғыҙынсылар өсөн дә һуңғы ҡыңғырау яңғыраны. Әбеш мәктәбендә улар быйыл күп кенә: 18 уҡыусы. Синыф етәкселәре Алһыу Тәл­ғәт ҡыҙы Аҡъюлова икән.

Байрам тантанаһына ауыл­дан күп ҡунаҡтар саҡырыл­ғайны. Улар араһында ветеран уҡытыусылар, ауыл хакимиәте башлығы Таһир Юнысов һәм ата-әсәләр ҙә бар ине.
Был синыфты мәктәптә маҡтайҙар ғына. Ана, Сәлимә Сурина гел «бишле»гә генә уҡыған. Динә Күскилдина «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә районда еңеүсе булһа, ә Илзиә Әминева 112-се Башҡорт атлы дивизияһына арналған ижади конкурста өсөнсө урын алған. Зөфәр Сурин менән Айгиз Теләүғолов – саңғы буйынса район чемпиондары, хоккейҙы ла оҫта уйнай­ҙар икән. Әйткәндәй, йырсы-бейеүселәр ҙә күп араларында. Булат Күскилдин менән Айзилә Ишҡыуатова тамашасыларҙы йыр менән һөйөндөрһә, Нәсилә Айҙашева, Илзиә Әминева, Сәлимә Сурина, Динә Күскилдина, Зәлиә Аҫылбаева, Вилүрә Хунафина, Айзилә Бикбаева, Лена Пановалар бейеүҙәре менән һоҡландыр­ған.
Улар алдында ла – ҙур һынауҙар. Имтихандар башланды. Һынатмағыҙ, туғы­ҙынсылар! Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ.

М. СӘЙЕТОВ.
Хәйбулла районы.

Читайте нас: