+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Июнь 2019, 12:41

Еңеүҙәре алда әле

«Сулпылар» тапшырыуы бара. Шунда «Ел ҡапҡа»ны башҡарған ҡыҙ иғтибарҙы үҙенә тартты. 11 йәшлек кенә Диананың өлкәндәр өсөн дә ауыр тойолған был халыҡ йырын моңло итеп башҡарып сығыуына ҡыуандым.

Ә «Сулпылар» өсөн махсус тегелгән күлдәге ниндәй матур! Әлбиттә, ҡыҙға ауыр булды, әммә уның йәшен иҫәпкә алғанда, бик һәйбәт сығыш яһаны. Был, әлбиттә, минең, йәғни ябай тамашасының, фекере. Үкенескә күрә, Диана II турға үтмәне. Әммә Өфөгә килеп, республика телевизион йыр конкурсында ҡатнашып, тәжрибә туплап ҡайтыуына шат ул. Ҡыҙҙың еңеүҙәре алда әле, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин.
Диана Рәхимова Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһында V синыфты «бишле» билдәләренә генә тамамланы. Тыныс, тыйнаҡ ҡына ҡыҙыҡай ул. Һүрәт төшөрөргә әүәҫ, ҡул эштәре менән мауыға.
– Атаһы тыуған көнөнә теген машинаһы бүләк иткәс, бесәйенә төрлө кейемдәр тегә башланы. Һуңғы арала интернеттан ҡарап тәмлекәстәр ҙә бешерә. Ҡурсаҡтарының сәстәренә причёскалар эшләргә ярата, – ти әсәһе.
Йырларға, бейергә әүәҫ Диана бәләкәйҙән радионан йә телевизорҙан ишеткән, үҙенә оҡшаған көйҙәрҙе тиҙ генә отоп ала. Был һәләте өләсәһенән киләлер, сөнки ул да моңло итеп оҙон көйҙәрҙе йырлай икән. Диана ла «Төйәләҫкәй»ҙе башҡарып, Шишмә районында уҙған «Яҙғы тамсылар» конкурсында – III, Зәки Мәхмүтов исемендәге VII асыҡ район йыр конкурсында I урынға лайыҡ булған.
Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина етәкселегендәге «Наҙ» ансамблендә лә йырлай. Быйыл Дүртөйлө ҡалаһында үткәрелгән «Яҙғы тамсылар» йыр конкурсында I урын алғандар. Ә Стәрлетамаҡта «Сәскә ат, Башҡорт­останым!» VI төбәк-ара бәйгеһендә «Наҙ» ансамбле ҡыҙҙары менән – I, Диана яңғыҙ «Бер алманы бишкә бүләйек» йыры менән II урын алып ҡайтҡан.
Йәш йырсы ҡыҙҙың да йәйге каникулы, күп ауыл балаларыныҡы кеүек, өйҙә, баҡсала, йорт-ҡура тирәһендә атай-әсәһенә ярҙам итеп үтәсәк. Быйыл, Алла бирһә, тәүге тапҡыр лагерға ял итергә барасаҡ.
Дианаға күңелле йәй һәм киләсәктә сәнғәт юлында тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Читайте нас: