+10 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Июнь 2019, 12:54
Фәдис, маладис!
Фәдис Хәмиҙуллиндың шатлығы йөҙөнә сыҡҡайны. Етенсе синыфты тик «бишле»гә генә тамамлаған икән дә!
Фәдис тәрбиәсеһе Альбина Мөхәррәм ҡыҙы менән.
Бына әле «Йәншишмә» гәзите үткәргән «Тарих яҙабыҙ» конкурсында икенсе урын өсөн бүләк алып та ҡыуанды. Йәйге каникулын шулай яҡшы кәйеф менән ҡаршыланы инде.
– Бик өлгөлө, тырыш уҡыусы ул, – тип маҡтай үҙен тәрбиәсеһе Альбина Мөхәррәм ҡыҙы Уразаева. – Беҙҙең гимназияға уҡырға Өмбәт ауылынан бишенсе синыфҡа килде. Тарихты, спортты ярата. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дә һынатмай.
«Йәншишмә» үткәргән бәйгегә Фәдисте Альбина Мөхәррәм ҡыҙы дәртләндерә. Әсәһе Гөлфирә Ғиззәтулла ҡыҙы – китапханасы, улына эҙләнеү эшендә ярҙам иткән. Ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһыныуы, тыуған яғының тарихын өйрәнеүе, ысынлап та, күптәргә өлгө булырлыҡ. Афарин!
Мирсәйет ЮНЫСОВ.
Ейәнсура районы,
Иҫәнғолдағы башҡорт
интернат-гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?