+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Июнь 2019, 13:06

100 йыллыҡҡа – ҙур бүләк

«Урал» мәрхәмәтлек фонды мәктәптәргә ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Уҡыу йылы аҙағында Дүртөйлө районының Исмаил мәктәбен дә ныҡ ҡыуандырҙылар.



– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәһе йыһазландырылыуын күптән көтә инек. Ниһайәт, хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Уны республикабыҙҙың 100 йыллығына бүләк итеп ҡабул иттек. Фонд хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт инде! Ярҙам һорап яҙғас, кире ҡаҡманылар, 97 мең һум аҡса күсерҙеләр. Бүленгән суммаға төҫлө телевизорҙар, принтерҙар, ноутбук һәм башҡа уҡыу кәрәк-яраҡтары алынды. Инде яңы уҡыу йылында балаларыбыҙ башҡорт теле дәрестәрен яңыртылған бүлмәлә заманса өйрәнә аласаҡ, – тип һөйөнөстәре менән бүлешә ошо мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Урал ҡыҙы Закирова.

Бик һәйбәт яңылыҡ! Белем усағында үткән Туған телдәр айлығын ябыу тантанаһында «Тау-тау хәбәр»ҙә әүҙем ҡатнашҡан иң әүҙем, алдынғы уҡыусыларға мәрхәмәтлек фонды бүләктәрен тапшырып та һөйөндөргәндәр. Атай-әсәйҙәре лә ныҡ һөйөнгән.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Читайте нас: