+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Июль 2019, 18:35

Һәләтлеләр өсөн – яңы проект

«Башҡортостан» концерт залы базаһында республиканың һәләтле балалары менән эшләү өсөн майҙансыҡ эшләй башлаясаҡ.

Был проекттың инициаторы – Башҡортотсан Республикаһы Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов. «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә атай-әсәйҙәр ҙә профессиональ музыкант булырға ынтылған балаларына ярҙам итә алмай, мәҫәлән, һәйбәт музыка ҡоралдары алып бирә алмайҙар. Бында, әлбиттә, дәүләт ярҙамы ла булырға тейеш. Ә йәш таланттарҙы асырға кәрәк,» – ти ул был турала. Һәйбәт ниәт.
Читайте нас: