+22 °С
Ясна
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
2 Август 2019, 10:01

Бөйөк эпосҡа һөйөү өләсәһенән килә

Һүҙем иҫ киткес хәтерле уҡыу алдынғыһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының III «А» синыфын тамамлаған Сөләймән Ғәниев хаҡында.


– Йәмле Торатау итәгендә йәш сәсәндәр көс һынашты. Сөләймән йәше буйынса иң бәләкәйе булһа ла, лайыҡлы баһа алып, өсөнсө урын яуланы. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары менән бергә бик күп иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылды. Сәрүәр Сурина ҡатнашыусы егеттәргә китаптар бүләк итте. Жюри ағзаларының дөрөҫ баһалары өсөн ҙур рәхмәт! Ишембай ҡалаһының ойоштороусылары конкурс­ҡа бик матур, етди әҙерләнгән, – тип шатлығы менән бүлеште Сөләймәндең уҡытыусыһы Наилә Рәйес ҡыҙы Байымова.

Сөләймән үҙе лә бәйгенән бик ҡәнәғәт. Ул конкурстан алып ҡайтҡан хәтирәләре менән дә бүлеште.

– Беренсе көндә сәсәндәр парадында ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлидиҙең Көҙән ауылындағы йорт-музейына сәйәхәт ҡылдыҡ. Изге Торатау башына ла мендек. Кискеһен Стәрлетамаҡ артистары ҡуйған, бик эстәлекле, рухлы «Урал легендалары» мюзиклын ҡараныҡ. Ныҡ оҡшаны. Икенсе йылға тағы ла күберәк ятлап, ҡатнашырға теләгем бар, – ти ул.

Ошондай ҙур хыялдар менән ҡанатланып йәшәй Сөләймән. Әле ул өләсәһе менән баҡсала ял итә. Бында уға ярҙам итә, йәшелсә-емеш үҫтерешә. Әйткәндәй, малайға килешеп торған костюмды конкурста ҡатнашыу өсөн өләсәһе үҙ ҡулдары менән тегеп биргән. Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһына ҡыҙыҡһыныуҙы ла ул уятҡан. Халҡыбыҙҙың батырҙары хаҡында легенда-риүәйәттәр ҙә һөйләй, ямандан яҡшыны айырырға ла өйрәтә.

Еңеүҙең татлы тәмен татыған Сөләймәнгә киләсәктә лә алдына алған маҡсаттарына ынтылып, юғары үрҙәр, еңеүҙәр яуларға яҙһын!

Гөлнара СОЛТАНОВА.

Өфө ҡалаһы.


Читайте нас