+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
20 Август 2019, 13:35

500 мең кемгә эләгер?

Республикала «Айыҡ ауыл – 2019» конкурсы иғлан ителгәйне. Әле сараның тәүге этабы тамам. Унда 53 райондан бөтәһе 400 ауыл ҡатнашҡан. Иң әүҙеме – илештәр: 22 ауыл. Стәрлебаштан иһә бер төбәк тә ситтә ҡалмаған. Ейәнсурала хакимиәт башлығы тәҡдиме менән район этабы еңеүселәре айырым аҡсалата бүләк менән билдәләнәсәк.

Был мөһим тәрбиәүи сараның район этабы ноябрҙә тамамланасаҡ. Төбәктәр буйынса еңеүсе ауылдар республика этабында ҡатнашыу хоҡуғын ала. Улар үҙҙәренең проектарын яҡлай. Әйткәндәй, еңеүселәр 2020 йылдың мартында интернет тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса асыҡланасаҡ. I урын яулаған ауылға – 500 мең һум аҡса тапшырыу ҡаралған. II һәм III урындарға – 250, 150 меңәр һум. Белеүегеҙсә, конкурстың координаторы – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.


#айыҡауыл2019
Читайте нас: