Ни өсөн тигәндә, беҙ ауылыбыҙ Әбделмәмбәттә (Бөрйән районы) беренселәрҙән булып башҡортса уҡый башланыҡ. Беҙгә тиклем барыһы ла урыҫса уҡыны. Атай-әсәйҙәребеҙ туған телдә уҡытыу өсөн күп көс һалһа ла, беҙ байтаҡ ҡына һүҙҙәрҙе башҡортса белмәгәнлектән, әҙерәк ҡаушап ҡалғандай булдыҡ.
Шөкөр, биш ҡыҙ, биш малай яҡшы ғына уҡып алып киттек. Уҡытыусыбыҙ ҙа кем ине бит әле: яңы ғына педагогия училищеһын тамамлап килгән Белорет районының Һаралы ауылынан Мәрйәм Фәйзрахман ҡыҙы Ҡаһарманова. Әйткәндәй, заманында киң билдәлелек яулаған, күптәр халыҡ йыры тип ҡабул иткән «Мәрйәмем минең» йыры тап уға бағышланасағын (авторы – күрше ауыл егете Сабитулла Хөснөтдинов) беҙ белмәй инек.
Август аҙағында уҡытыусыбыҙҙың беренсе сентябргә ниндәй күлдәк кейеп килере хаҡында бәхәсләштек. Кемебеҙ дөрөҫ әйткәндер, әммә Мәрйәм апайҙың йәшел күлдәге әле лә күҙ алдында. Шуҡ та, шаян да, тырыш та булдыҡ. Оҙон тәнәфестә уйнаған уйындар бөгөнгөләй хәтеремдә, шул көндө өйрәнгән йырҙар һаман да ҡолаҡта сыңлап тора.