Тәүге тапҡыр барғанда уҡ Мораҡ башҡорт гимназияһы миңә үҙе бер оло һарай кеүек күренде. Уны асып инер өсөн белем асҡысына эйә булырға кәрәклегенә төшөндөм. Беренсе синыфҡа барғанда уҡ ҙур кеше булырға тигән хыялым бар ине. Ошо ниәтемде тормошҡа ашырырға ярҙам иткән, 22 уҡыусыны үҙ балаларылай ҡурсалаған, төплө белем биреүсе тәүге уҡытыусым Сәриә Ғәбит ҡыҙы Мансуроваға һәм барлыҡ уҡытыусыларыма ҙур рәхмәтлемен. Сөнки улар бала күңеленә белем орлоҡтары ғына сәсмәне, ә уның йөрәгенә илткән юлдарҙы ла таба белде. Тәүге синыф етәксем маяҡ кеүек алға юл күрһәтеп торҙо. Әлеге ваҡытта, тормошомдоң иң мөһим баҫҡысына баҫҡан саҡта, уның һәр һүҙе миңә изге аманат.
1 сентябрь – уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләрҙең иң көтөп алған байрамдарының береһе. Мәктәпкә тәү аяҡ баҫҡандар һәм сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн иҫтәлекле көн. Бер ыңғайҙан барлыҡ уҡыусыларҙы, хеҙмәттәштәрҙе, ата-әсәләрҙе Белем байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Уҡыусылар! Тырышып уҡығыҙ, тәртипле булығыҙ, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ, түңәрәктәргә йөрөгөҙ, төплө белем алып, үҙегеҙ теләгән һөнәрҙе һайлап, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫегеҙ. Белем серҙәрен асҡан остаздарығыҙға ла рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә онотмағыҙ.