Шуға күрә лә әсәйемдән сумка һатып алдырып, уҡый белмәһәм дә, өҫтәл алдына ултырып, үҙемсә уйнай торғайным. Белем усағы ниндәйҙер бик ҡыҙыҡлы һәм сәйер урын кеүек тойола ине. Әйткәндәй, минең өләсәйем дә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып, 40 йыл ғүмерен балаларға бағышлаған. Бәләкәй саҡтан әсәйем менән өләсәйем беҙгә халҡыбыҙҙың төрлө әкиәттәрен һөйләп үҫтерҙе. Урал батырҙай рухлы, Салауаттай көслө, Зәки Вәлидиҙәй уҡымышлы булырға өндәнеләр.
Минең уҡырға теләгем ҙур булғас, алты йәшемдә үк Ишембай районы Сәлих ауылы мәктәбенә бирҙеләр. Беренсе синыфҡа уҡырға килгәс, тәүге уҡытыусым Нәйлә Муса ҡыҙы яратҡан кешемә әйләнде. Ысынлап та, ҙур йөрәкле, итәғәтле педагог ул. Синыфташтарымдың күбеһе менән дә таныш инек инде.
Етенсе синыфҡа Ишембай ҡалаһындағы Башҡорт кадет корпусына уҡырға индем. Был белем усағы мине заманса фекер йөрөтөргә, киң белемле булып, һәр саҡ ысын ир-егет булып ҡалырға өйрәтте. Бигерәк тә башҡорт теле уҡытыусым Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирхановаға рәхмәтлемен. Ул халҡыбыҙҙың бөйөк «Урал батыр» эпосын ятлап ҡарарға тәҡдим итте һәм дүрт йыл буйы район һәм республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа еңеп барып, 2013 йылда Гран-при яуланым. Рухымды, дәртемде уятып ебәреүсе шәхес ул Фаягөл Тимербай ҡыҙы. Әле лә һөйләшеп торабыҙ, еңеүҙәрем менән уртаҡлашып, уға һәр саҡ хәбәр итеп торам.
Артабан уҡыуымды Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дауам иттем. Унда ла деканыбыҙ Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова беҙҙе ысын шәхес итеп тәрбиәләргә тырышты. Республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән төрлө форумдарға, конференцияларға ебәреп торҙо. Һәр кемгә лә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ул, студенттарҙы һәр саҡ рухлы, дәртле, иманлы, киң, заманса фекер йөрөтөүсән, белемле, аҡыллы булырға өндәне.
Шулай уҡ ғилми етәксем, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаевҡа булған рәхмәттәремдең сиге юҡтыр. Диплом эшемде «бишле»гә яҡлап, университетты ҡыҙыл дипломға бөтөүемә бик шатмын, бәхетлемен. Ғөмүмән, тормош юлымда осраған барлыҡ уҡытыусыларыма баш эйеп, рәхмәт әйтәм!