Кистән ныҡ ҡына ямғыр яуып уҙғанлыҡтан, аяғыма резина итек кейеп барырға тура килде. Уны юлда шишмәгә төшөп йыуып алғаным әле лә хәтеремдә.
Мәктәп ҙур бер ҡаласыҡ кеүек күренде. Беҙҙе ике ҡатлы яңы ғына белем усағы ҡаршы алды, эргәлә тағы ла бер нисә ағас биналар тора (былары – иҫке мәктәп). Уҡытыусылар, уҡыусыларҙың иҫәбе-һаны юҡ кеүек. Мәктәп алдына «П» хәрефе яһап, линейкаға теҙелдек. Һуңынан беренсе уҡытыусым Ләлә Мансур ҡыҙы Вәлиева беҙҙе, 30 уҡыусыны, «А» синыфына алып инде.
Уҡыуҙа бер-беребеҙ менән ярышып, сәмләнеп белем алдыҡ. Синыфыбыҙҙа яҡшы уҡығандар күп булды. Мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаштым. Төрлө саралар үткәрелеп, түңәрәктәр эшләй ине.
Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемен йөрөткән данлыҡлы Сәйетбаба мәктәбендә уҡыным бит. Беҙгә яҙыусылар, арҙаҡлы шәхестәр йыш килә торғайны. Яратҡан шағирыбыҙ Рәми Ғарипов менән осрашыу бигерәк тә ныҡ иҫтә ҡалған. Беҙ уҡыған осорҙа мәктәбебеҙҙә 1 мең 300 уҡыусы ине. Уҡытыусылар тәрән белем бирҙе, һәр яҡтан өлгө булды. Шуғалырмы, үҙем дә уҡытыусы һөнәрен һайланым.
Һәр бер бала өсөн мәктәп йылдары – иң мөһиме, киләсәк яҙмышын билдәләр ара ул. Уның ҡәҙерен аңлап, тырышып белем алырға кәрәк.