+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 12:07

«Эх, 1 октябргә тиклем каникул булһын ине!»

Йәйге каникул һиҙелмәйенсә үтте лә китте. Эх, тағы уҡырға, тиһегеҙме? Ә һеҙ йәйге ялдың тағы ла оҙайтылыуын теләр инегеҙме? Күптәр юҡ тимәҫ, шулаймы? Бына Дәүләт думаһы депутаты Василий Власов та шулай уйлай.

Ул 1 октябргә тиклем йәйге каникулдарҙы оҙайтыу тураһында тәҡдимен Рәсәйҙең вице-премьеры Татьяна Голиковаға ебәрҙе. Депутат булараҡ, Рәсәй уҡыусылары һәм студенттары менән йыш осрашыуын һәм аралашҡан мәлдә йәйге каникулдарҙы оҙайтыу һорауҙары яңғырауын да белдерә. Власов үҙенең уйын пилотлы проект һымаҡ ғәмәлгә ашырырға, Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш төбәктәренән башларға тәҡдим итә.
Читайте нас: