Өфөнөң 18-се балалар китапханаһында ла шундай йола күрһәтелде. Ул «Варвара өләсәйҙә кис ултырыу» тип аталды. Бында кескәй китап һөйөүселәребеҙ боронғо ваҡытҡа әйләнеп ҡайтып, ҡарт өләсәй-олатайҙарыбыҙҙың бәләкәй саҡта нисек йәшәүҙәрен күҙ алдына килтерҙе. Варвара өләсәй бик күп әкиәттәр, көләмәстәр, йомаҡтар ҙа белә икән, ҡыҙҙар, малайҙар рәхәтләнеп тыңланы.