+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 14:09

Китапты бергәләп уҡыйбыҙ

47-се моделле балалар китапханаһында «Йәй бергәләп уҡыйбыҙ» акцияһы үтте.

Уның барышында 90-ға яҡын кеше үҙ фекерен ҡағыҙ битенә яҙып, стендҡа элеп ҡалдырҙы. Күбеһе китап уҡыу – киң белемлелеккә, һүҙлек запастарын байытыуға тура юл, тип яҙған. Өйҙә бер үҙең ҡалғанда ҡулыңда китап булыу һәйбәт, бер кем ҡамасауламай ҙа, тиеү­селәр бар. Аң-белемде үҫтерә, тирә-яҡ мөхиткә, яҡындарыңа һөйөү тәрбиәләй, тиһә берәүҙәр, «Китап – минең тормошом», – ти икенселәр. Тимәк, күптәр ваҡытын бер ҙә бушҡа үткәрмәй, китап уҡый, уй-фекер­ҙәрен байыта.

Любовь ОСНАЧ, китапхана мөдире.
Өфө ҡалаһы.


Читайте нас: