-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Август 2019, 11:24

Магазин бит, кафе түгел!

Төндә спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылғанын бөтәһе лә белә. Ә бына ҡайһы бер мут хужалар магазиндарына өҫтәл һәм бер-ике ултырғыс ултырта ла, туҡланыу урыны, тип лицензия алып, төндә лә араҡы һата. Тиҙҙән шундай алдаҡсы кафелар буйлап урындағы депутаттар ярҙамында рейдтар үткәрә башлаясаҡтар. Балиғ булмағандарға шайтан ағыуын һатыусыларҙы ла асыҡлаясаҡтар.

Был турала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачёв белдерҙе. Халыҡҡа, социаль селтәрҙәр йәки хәбәр аша төндә спиртлы эсемлек һатылған урындар тураһында хәбәр итергә лә ҡушты ул.

Әле республика парламенты Дәүләт Думаһына магазиндарға ике төрлө лицензия биреүҙе тыйыу тураһында тәҡдим менән мөрәжәғәт итте. Тимәк, магазиндар төндә араҡы һата алмаясаҡ.

Әйткәндәй, Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы көрәш ҡаты бара. Һөҙөмтә бар: былтырғы ете ай менән сағыштырғанда, быйыл эскелек арҡаһында 100-гә әҙерәк кешенең ғүмере өҙөлгән

Читайте нас: