-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
27 Сентябрь 2019, 18:26

Кэмл – Камил рэп йырлай

Зауыҡ. Урыҫтар әйтмешләй, уның тураһында бәхәсләшеүҙән фәтеүә юҡ. Кемгә нимә оҡшай бит.

Бына беҙҙең Башҡортостанда ла бер үҫмер тиҙ генә танылыу яуланы. Ғөмүмән, республиканан рэперҙар күп сыҡҡан, ә Камил Сафиуллин уларҙың клиптарына эшләгән пародиялары менән дан алды. Видеола уны 13 йәшлек үҫмер, тип уйламаҫһың да. Ҡыйыу, үҙен ышаныслы тота. Музыка менән дә электән ҡыҙыҡһынғаны күренеп тора. Социаль селтәрҙәргә һалған видеоларын йөҙләгән мең кеше ҡараған. Хәҙер Стәрлетамаҡ уҡыусыһын республиканан ситтә лә беләләр. Комментарийҙарға күҙ һалһаң, күптәр маҡтай, уңыштар теләй, ошо үҙенсәлекле ижадыңды дауам ит, тип яҙалар, хатта оригиналдан һәйбәтерәк, тип ебәреүсе бар.

Камилдың ағаһы әйтеүенсә, үҫмергә, атаһы фажиғәле рәүештә һәләк булыуын ныҡ ауыр кисергәс, ҡайғы әҙ булһа ла онотолһон, тип ошолай ижад итеп ҡарарға тәҡдим иткәндәр. Камил үҙенә Кэмл тигән псевдоним алған.

Әйткәндәй, рэпер һәм блогер Мorgenstern (Алишер Вәлеев) үҙенең клибына пародия төшөрөп танылыу алған үҫмерҙе күрергә Стәрлетамаҡҡа барған. Бәлки, бергә концерт та ҡуйырҙар әле. Камил иһә үҙенең видеоларына был тиклем иғтибар булыр, тип уйламауы тураһында белдерә. Хәҙер, танылыу алғас, алға барырға инде. Бәлки, етдиерәк ижадҡа ла тотонор әле.

Читайте нас: