+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Октябрь 2019, 18:50

Афарин, билалдар!

Баймаҡ районының Билал ауыл китапханаһында үткән "Тарихҡа ла, талантҡа ла бай төбәк" исемле китапхана дәресе Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Республика көнөнә арналды.

Уны IV синыф уҡыусылары (һүрәттә) синыф етәкселәре Флүрә Рафаэль ҡыҙы Яруллина һәм ауыл китапханаһының китапханасы, “Йәншишмә” гәзитенең тоғро дуҫы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатова менән үткәрҙе. Балалар ошондай йөкмәткеле дәрестә Башҡортостан яҙыусылары, шағирҙары һәм тарихы тураһында бик күп мәғлүмәт белделәр.

Осрашыуҙан үҙҙәренә рухи аҙыҡ һәм дәрт алып таралышты дүртенселәр!
Читайте нас: