+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Октябрь 2019, 20:02

Вәт, тәртипһеҙ малай!

Тәртипһеҙ балалар ҙа осрай. Ҡала мәктәптәрендә бигерәк тә. Бына Магнитогорск ҡалаһында ла бер икенсе синыф малайы бүтәндәрҙе ыҙалата икән.

Уҡытыусыны ла тыңламай, дәрес үткәрергә ҡамасаулай. Синыфташтарына биштәре менән киҙәнә. Мәктәпкә шприц алып килә. Ҡайсы тотоп, сәстәрен киҫәм, тип ҡурҡытып йөрөй. Бер ниндәй иҫкәрмәгә лә иғтибар итмәй икән. Был турала «Комсомольская правда»ның Магнитогорск ҡалаһында сыҡҡан ҡушымтаһында яҙалар.

Малайҙың әсәһе лә директор саҡыртһа ла килмәй, бүтән атай-әсәйҙәр менән һөйләшмәй. Ни эшләргә һуң? Синыф менән бойкот иғлан итергә генә ҡала. Ике көн буйы балалар дәрескә килмәй, теге малай бер үҙе генә уҡый. Ата-әсәләр комитеты директорға һәм төбәктең мәғариф министрлығына ғына түгел, прокуратураға ла ғариза яҙа. Шунһыҙ булмай: атай-әсәй балаһына дөрөҫ тәрбиә бирмәй, уҡытыусылар бер нисек тә йоғонто яһай алмай...
Читайте нас: