+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ноябрь 2019, 15:00

Ҡыл-ҡумыҙҙа ла уйнай

Бик тырыш ҡыҙ ул Ләйлә Нөғәмәнова. Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһының VI cиныфында яҡшы ғына уҡып йөрөй. Бөтә фәндәрҙе ярата.

Шулай уҡ I синыфтан музыка мәктәбендә халыҡ уйын ҡоралдары буйынса белем ала. Миңленур Бәхтинур ҡыҙы Солтанбаеванан ҡыл-ҡумыҙҙа уйнау серҙәрен өйрәнә. Сольфеджио, фортепьяно буйынса ла дәрестәр ала, әлбиттә. Ҡыҙ ҡыл-ҡумыҙҙа оҫта уйнай. Рәсәй буйынса интернет, республика бәйгеләрендә ҡатнашып призлы урындар ала. Ә 2018 йылда башҡорт музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың «Аманат» республика конкурсында I дәрәжә диплом яулаған.

Ләйләне бик күпте белгән олатаһы Иҙрис Нөғәмәнов ижадҡа илһамландыра. Лиза һеңлеһе менән икәүләп «Йәншишмә» гәзитенә лә яҙышып торалар. Әйткәндәй, Лиза музыка мәктәбендә думбырала уйнарға өйрәнә икән.

Ләйлә йырларға ла әүәҫ. «Сулпылар» телевизион йыр конкурсында ҡатнашып, II турҙа олатаһы шиғырына Илмир Үҙәнбаев яҙған «Моңло башҡорт ҡыҙымын» тигән бик матур йырҙы башҡарған. Вокал буйынса етәксеһе – Сәғит Хызыров.

– Быйыл «Сулпылар» шәп сюрприз әҙерләгән: икенсе турға үтеүселәрҙе күренекле кешеләр менән осраштыралар. Беҙгә Иҙел Аралбаев менән менән танышып, ул солист булып эшләгән опера һәм балет театры буйлап сәйәхәт итеү бәхете тейҙе. Музейын ҡараныҡ, Рудольф Нуриевҡа арналған залда ла, сәхнәлә лә булдыҡ. Иҙел ағай беҙгә бик күп мәғлүмәт бирҙе. Һуңынан Заһир Исмәғилев һәйкәле эргәһендә бергәләп фотоға төштөк. Осрашыу бик оҡшаны. «Сулпылар»ҙа эшләүсе төркөмгә был фәһемле экскурсия өсөн бик ҙур рәхмәт. Уларға эштәрендә ҙур уңыштар теләйем, – ти ҡыҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Ләйлә төрлө яҡлап һәләттәрен үҫтерергә тырыша. Менталь арифметика түңәрәгендә ҙур теләк менән шөғөлләнә. Спорт менән дә дуҫ: йүгерергә, саңғыла йөрөргә ярата. Һүрәт төшөрөргә оҫта.

Әлбиттә, ҡыҙҙар гүзәл затҡа хас эштәрҙе лә өйрәнеп үҫергә тейеш, шулай бит? Ләйлә лә өйҙә билмән, манты бешерергә ярҙам итә. Быйыл кәзә һауырға ла өйрәнеп алған. Бына шундай уңған, ныҡышмал һәм һәләтле ҡыҙ менән таныштым.
Читайте нас: