-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
18 Ноябрь 2019, 19:15

Арҡауылда – «Рәми» үҙәге

Яратҡан шағирыбыҙ Рәми Ғарипов тыуған Салауат районы Арҡауыл ауылынан киләсәктә шиғриәт һөйөүселәр өҙөлмәҫ әле.

Сөнки «Рәми» шиғриәт үҙәгенең проектын әҙерләгәндәр. Был турала «Йөрәк һүҙе» проекты авторы Наилә Сәфәрғолова белдерҙе. Ижади үҙәктең архитекторы – Рөстәм Әлибаев. Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев: «Дағстанда Шиғриәт театры бар. Беҙҙәге үҙәк тә бөтә шиғриәт һөйөүселәр өсөн мәккә булыр ине», – тип үҙ фекерен әйтте.
Үҙәктә кәңәшмәләр, кисәләр уҙғарыу өсөн ҙур тамаша залы ла буласаҡ. Был үҙәк Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ижадына мәңгелек һәйкәл буласаҡ.
Читайте нас: