Рухи яҡтан ныҡлы быуын тәрбиәләү маҡсатынан сығып, эпоста үткәрелгән төп идеялар нигеҙендә «Аҡ тирмә» эш йүнәлештәрен дә билдәләгән. Һәр йыл һайын июль айының тәүге шәмбеһендә Оло йыйын кимәлендә Рухиәт байрамы үткәреү ҙә күҙаллана. Унда йыллыҡ эшкә баһа биреләсәк, юғары һөҙөмтәләргә ирешкән әүҙем милләттәштәр бүләкләнә, төрлө саралар ойоштороласаҡ.