-1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Декабрь 2019, 12:35

3 декабрь – Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәшәүе нисек ауыр икәнен күптәр күҙ алдына ла килтермәйҙер. Шулай ҙа улар тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, көслө рухлы булып ҡалырға тырыша. Күптәре спорт өлкәһендә ныҡышмал шөғөлләнеп, юғары уңыштарға ирешә.

1992 йылда БМО үҙенең резолюцияһы менән 3 декабрҙе Халыҡ-ара инвалидтар көнө тип иғлан итте. Был байрамдың барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә «Уңайлы мөхит» программаһы эшләй башлай, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәргә иғтибарлы, ярҙамсыл булырға кәрәклеген дә белдерә.
Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, бөгөн Рәсәйҙә 12 миллион 93 мең инвалид йәшәй. Шуларҙың 1 миллион 360 меңе – беренсе, 6 миллион 47 меңе – икенсе, 4 миллион 49 меңе өсөнсө төркөмгә ҡарай. Инвалид балаларҙың һаны – 100 миллиондан ашыу.
Читайте нас: