-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Декабрь 2019, 11:50

Ҡыш бабайға хат яҙаһығыҙмы?

Ә һеҙ, дуҫтар, Ҡыш бабайға хат яҙҙығыҙмы әле? Баш ҡалабыҙ почтамтында уға хаттар өсөн Яңы йыл почтаһы эшләй башланы.

Был почта йәшниге матур итеп байрамса биҙәлгән, тышына хат ташыусы Печкин һәм Ҡыш бабай төшөрөлгән. Унда теләктәреңде лә яҙып төшөрөргә була. Хатығыҙ Ҡыш бабайға барып етһен өсөн конверт тышына: «162340, Рәсәй, Вологда өлкәһе, Бөйөк Устюг ҡалаһы, Ҡыш бабай почтаһы», – тип яҙырға һәм марка йәбештерергә онотмағыҙ. Былтыр, мәҫәлән, Рәсәй почтаһы Бөйөк Устюг ҡалаһына теләктәр һәм изге хыялдар яҙылған 200 меңдән ашыу хат оҙатҡан.
Читайте нас: