– Бик уңған, һәләтле, тырыш ҡыҙҙар, – тип маҡтай үҙҙәрен уҡытыусылары.
Илүзә – VI синыфта, ә Айгизә һигеҙенселә уҡый, дәрестәрҙә икеһе лә гел «дүртле» һәм «бишле» генә ала икән. Мәктәптә, районда үткән бәйгеләрҙә лә һынатмайҙар. Илүзә Сибайҙа уҙған фәнни-ғәмәли конференцияла сығыш яһап та уңышҡа ирешкән. Үҙе матур йырлай ҙа. Ә Айгизә республикабыҙҙың һәм Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған конкурстарҙа еңеп сыҡҡан. Ул шиғырҙарҙы оҫта һөйләй, мәктәптә ойошторолған кисәлә «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәрендәге өҙөктән Оксананың әсәһе ролен бик килештереп уйнаған. Бөтәһе лә һоҡланғандар!