Был матур сараға республикабыҙ район-ҡалаларынан уҡыу алдынғылары, төрлө конкурс-фестиваль еңеүселәре, һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәр һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре балалары, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән малайҙар һәм ҡыҙҙар килгәйне. Барлығы 780 бала матур байрамды күреү бәхетенә иреште.
Фойела төрлө әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, цирк артистары ҡатнашлығында күңелле уйындар, оҫталыҡ майҙансыҡтары ойошторолдо. Ә инде матур тамаша башланыр алдынан барыһын да республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров ҡотлап, иң матур теләктәрен еткерҙе.
– Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы 2020 йыл менән ихлас ҡотлайым. Башҡортостан һеҙҙең уңыштарығыҙға шатлана, еңеүҙәрегеҙгә һоҡлана. Киләсәктә лә беҙгә өлгө булып, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылып, уңыштарға ирешеп йәшәргә яҙһын, – тине ул сығышында.
«Ҡыш бабайҙың тылсымлы циркы» тигән Яңы йыл әкиәте лә бик мажаралы ине. Сысҡандар ғаиләһенә арналған тамашаны барыһы ла яратып ҡарағандыр, тип ышанғы килә.
Байрам һуңында һәр бала Яңы йыл бүләктәре алып та ҡыуанды.