+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
26 Декабрь 2019, 14:57

Роботтар фестивален күргегеҙ килһә...

Хәҙерге замандың иң ғәжәйеп һәм юғары технологиялы роботтары менән танышҡығыҙ киләме? Уларҙы күргегеҙ килһә, баш ҡалабыҙҙа уҙасаҡ роботтарҙың Яңы йыл фестиваленә рәхим итегеҙ.

Бында килеүселәр өсөн тәүге һыу аҫты роботы тәҡдим ителәсәк. Донъялағы аквариум балыҡ-роботы 10 метр тәрәнлеккә тиклем төшә ала.
Терминаторға оҡшаған Spacebot роботы ла бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Уның тышҡы ҡиәфәте сит планета йәшәүселәрен хәтерләтә, төрлө һорауҙарға яуап бирә, хәрәкәттәрҙе иҫендә ҡалдыра ала.
Фестивалдә Loomo аҡыллы сигвей-роботын да осратырға мөмкин. Ул хужаһының артынан ҡалмай йөрөй белә, объекттарҙы таный, ҡаршылыҡтарҙы урап үтә, видео, фото төшөрөү һәләттәренә эйә, тағы ла тауыш командаларын, ымдарҙы аңлай.
Роботтар фестивале бөгөн Өфөнөң «Ультра» сауҙа-мәҙәни үҙәгендә башланып, 2020 йылдың 2 февраленә тиклем дауам итәсәк.
Читайте нас: