+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Декабрь 2019, 01:10

Мөғжизәле Шыршы байрамында

Ә һеҙ, балалар, мөғжизәгә ышанаһығыҙмы? Ышанмаған ҡайҙа, уға инанһаң ғына уйлаған изге теләктәрең ҡабул була, тиһегеҙме? Ысынлап шулай ул, уҡыуҙа алдынғы, төрлө конкурс, олимпиада­лар­ҙа, спорт ярыштарында еңеү яулағандар ҙа, һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән балалар ҙа республика Башлығы Шыршыһы байрамын күрергә бик теләй ине.


Байрам тантанаһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Мауыҡтырғыс әкиәтте ҡарар алдынан ҡыҙҙар, малайҙар фойела ойошторолған битлектәр, аппликациялар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алды. «Бер­ҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе ярҙамында «Башҡортостан» дәүләт концерт залы ойошторған «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһына ҡушылып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, республика Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова менән бергә дуҫлыҡ сылбырына «изгелек», «тыныслыҡ», «дуҫлыҡ» кеүек яҙыуҙарҙы йәбештереп ҡуйҙылар.

Ә инде шыршы тирәләй Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм башҡа әкиәт геройҙары ҡатнашлығында уйындар уйнау, йырҙар йырлау, клоундарҙың ҡомаҡтар ҡатнашлығында тамашаларын ҡарау ҙа һәр береһенең кәйефен тағы күтәреп ебәрҙе.

– Иң һәләтле, иң тырыш 12 уҡыусы алып килдек. Баймаҡ интернат-лицейынан Гөлфиә Мөхәмәтшина – уҡыу алдынғыһы, 4-се лицейҙан Йәнгүзәл Зәйнуллина Баймаҡ телевидениеһында үҙен танытып, төрлө сараларҙа йыш ҡатнаша. Ниғәмәт мәктәбенән Рәмилә Ишмәтова «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә беренсе урын алды. Ә 2-се мәктәптән Алина Әлекбаева «Республикама дан йырлайым» республика иншалар конкурсында еңеү яуланы. Төп Шыршы байрамына эләгеүҙәренә балалар бик шатланды. Беҙҙе бында матур итеп ҡаршы алдылар, барыһы өсөн дә рәхмәт, – ти Баймаҡ районынан уҡыусыларҙы алып килеүсе етәксе, ҡалалағы интернат-лицейҙа директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Рәсимә Моратова.

Байрамда ҡатнашҡан Альвина Рәжәпова – Көйөргәҙе районы Абдул мәктәбенән.

– Бик шатмын. Яҡшы уҡығаным һәм конкурстарҙа призлы урындар алғаным өсөн республика Шыршыһын күрергә яҙҙы. Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашам, фәнни-ғәмәли конференциялар­ҙа, олимпиадаларҙа гел приз­лы урындар яулайым. Алдағы йылда ла тырышып уҡырға, яңы белем үрҙәренә үрләргә теләйем, – ти ул.

Шундай шәп ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров ҡотлап, иң матур теләктәрен еткерҙе.

– Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы 2020 йыл менән ихлас ҡотлайым. Башҡортостан уңыштарығыҙға шатлана, еңеүҙәрегеҙгә һоҡлана. Киләсәктә лә өлгө булып, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылып, уңыштарға ирешеп йәшәргә яҙһын, – тине ул сығышында.

Унан күмәкләп «Ҡыш бабай­ҙың тылсымлы циркы» тигән байрам әкиәтен ҡарау онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырғандыр, тип ышанғы килә. Яңы йыл тамашаһы сысҡандар ғаиләһе – Мышлаевский­ҙар тураһында ине. Макс исемле сысҡан малайы цирк артисы булырға хыяллана. Тик, буйы бәләкәй булыу сәбәпле, сығыш яһарға алмаҫтар, тип ҡурҡа. Бәләкәй сыс­ҡандың уй-теләген бойомға ашырыр­ға Ҡыш бабай ярҙамға килә. Буйы ҙурайып, Макс циркта үҙен күрһәтә башлай. Уның сығышын бик йылы ҡабул итәләр. Байрам спектакле күңелле йырҙар, бейеүҙәр менән аралаштырып алып барылды.

Республика Шыршыһы һуңында һәр бала Яңы йыл бүләктәре алып һөйөнөп, яҡшы кәйеф менән ҡайтыу яғына юлланды. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың хыялын тормошҡа ашырған мөғжизәле байрам хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡланыр әле.

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: