Сысҡан йылында тыуған был балалар Яңы йылды матур итеп ҡаршы алып, байрам кисәһендә йыр-бейеүгә, шиғыр һөйләүгә оҫталыҡтарын күрһәтте.
Синыфта 12 уҡыусы: алты малай һәм алты ҡыҙ. Дүрт ауылдан йыйылған балалар шул тиклем татыуҙар, тырыш, сос, ихлас булыуҙары менән дә айырылып тора.
– Уҡыусыларыма Яңы йыл тик уңыштар, шатлыҡтар ғына алып килһен! – ти синыф етәкселәре Алһыу Хәсән ҡыҙы Дауытова.