+30 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Ғинуар 2020, 16:55

Ибрайҙа ― быйма байрамы

"Эх, быймаһы ла, быймаһы". Бындай байрамды ойоштороу Ейәнсура районы Ибрай ауылында матур йолаға әйләнеп бара. Был турала "Ишетелгәндәр Ибрай ауылы" төркөмө сәхифәһендә Гөлнур Иҫәнсурина хәбәр итә.

"Аҡ быймалар" һәм "Ҡара быймалар" командалары ярышты. Көсөргәнҽшлҽ ярышта "Ҡара быйма"лар ҽңҽүсҽ тип танылды. Барлыҡ ҡатнашыусыларға, көйәрмәндәргә, әлбиттә, жюри ағзаларына, бағымсыларыбыҙға, Байдәүләт ауыл хакимиәте башлығы Шәһит Ғимран улы Ҡолмөхәмәтовҡа, ауыл старостаһы Зөфәр Мөхәррәм улы Иҙрисовҡа ҙур рәхмәт бҽлдҽрәбҽҙ. Барығыҙға ла Яңы йылда иҫәнлҽк- һаулыҡ, ғаилә имҽнлҽгҽ тҽләйбҽҙ", ― ти ул. Быйма байрамында "Быймаларҙы матур итеп биҙәү", "Иң ҙур һәм бәләкәй быйма", "Иң матур биҙәлгән сана" конкурстары ла ойошторолған.
Читайте нас в